НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Гәзит уҡыуҙы ташламайыҡ
Письма / Гәзиткә яҙылыу // 7-06-2018, 07:00


Гәзит уҡыуҙы ташламайыҡ
Һаумыһығыҙ «Йәшлек»тәр! Мин бик өлкән йәштәге кешемен, ләкин йәштән үк баҫмағыҙҙан айырылғаным юҡ. Ул уҡыусыларымды тәрбиәләү, телгә һөйөү уятыу сығанағы булды. Беҙҙең быуын күп уҡыған, ҡосаҡ- ҡосаҡ гәзит-журналдарға яҙыла торған быуын булды шул.
Әле 2018 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу бара. Һуғыш ветерандарына I, II инвалидтарына ташлама менән 10 көнлөк иғлан ителгән. Мин 2017 йылдың сентябрендә үк 2018 йылдың тәүге яртыһына яҙылып ҡуйғайным . «Осҡон», «Әбйәлил» район гәзиттәре, «Башҡортостан», «Йома», «Йәшлек», «Киске Өфө», «АИФ – Башҡортостан», «Тамаша», «ЗОЖ», «Тайны здоровья», «Һәнәк» журналдарына яҙылдым, балалар йорто менән хосписҡа ла подписка эшләнем. Үҙемдең дә һаулығым ҡалманы, бер күҙем күрмәй, шулай ҙа матбуғат баҫмаларын алдырып уҡыуымды дауам итәм.
Һеҙгә мәҡәләләр ҙә ебәргеләй торғайным, баҫмай ҡалманығыҙ. Төрлө ярыш, дәртләндереү саралары ойоштора инегеҙ, бүләктәр ҙә ебәрҙегеҙ.
«Йәшлек» – уҡымлы, йөкмәткеле гәзит. Башҡалар әйтмәгәнде (әйтә алмағанды) ул әйтә. Тура һүҙле. Тематикаһы бик бай. Унда ҡыҫҡа һәм тос мәҡәләләр өҫтөнлөк ала.
Баш мөхәррир Артур Хәсән улы Дәүләтбәков гәзиттең уҡымлы булыуы өсөн бөтәһен дә эшләй, ныҡ хөрмәт итәм уны. Телевизорҙа ла йыш үҙен күрәм. Күрһәм ныҡ ҡыуанам. «Һаумы, улым!» – тип сәләмләйем һәм уңыш теләйем.

Нәғимә ИЛҺАМОВА, тыл ветераны.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы....

Ойошмаға ҡушыл, изгелек ҡыл!
Махсус бит / Письма // 11-05-2018, 07:30


Ойошмаға ҡушыл,  изгелек ҡыл!
Изгелек – ул ысын күңелдән башҡарылған эш, төптән урғылып сыҡҡан иң нескә хис-тойғолар эҙемтәһе. Үкенескә күрә, кешеләр­ҙең күңеле йылдан-йыл ҡата бара. Баҙар иҡтисады заманында йәшәгәнгәме, күптәр үҙен генә ҡайғырта, башҡалар тураһында уйлап та бирмәй. Ә ярҙамға, яҡлауға мохтаж булған, осон-осҡа ялғап йәшәгән, бер үҙҙәре бишәр баланы аяҡҡа баҫтырырға тырышҡан ғаиләләр аҙмы ни? Күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсаты менән райондың ике супермаркетына “Изгелек кәрзине” урынлаштырылғайны. Әммә бөгөн ул контейнер ташландыҡ хәлдә. Билдәһеҙҙәр аҙыҡ-түлек урынына сүп-сар тултыра. Контейнер ваҡыт-ваҡыты менән таҙартылып тороуға ҡарамаҫтан, унда сүп ташлаусылар табыла....

Ҡондоҙҙар уянды
Махсус бит / Письма // 19-04-2018, 07:00


Ҡондоҙҙар уянды“Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Кәшәлә утарына юлланғанда йылға янында бер ағасҡа тап булған. Йыуан ғына уҫаҡ ҡондоҙҙарға “ашхана” булып хеҙмәт итә икән!

Коллегаларыбыҙ был күренеште фотоға төшөрөп алғандан һуң ғына тапал­ған һуҡмаҡты күреп ҡалған. Урман юлы уларҙы “ашхана” хужаларына алып барған – эҙҙәр ҡондоҙҙарҙың ояһына инеп юғал­ған. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең күҙәтеүҙәре буйынса, ҡондоҙҙар ояларынан март урталарында уҡ сыға башлаған. Әйткәндәй, улар яңы ризыҡ артынан өңдәренән ҡыштың йылы көндәрендә лә килеп сыға икән. Үткер тешле йәнлектәр ҡыштың күп ваҡытын йоҡлап үткәрә, ә тыныс ҡына йоҡлар өсөн, әлбиттә, тулы ҡарын кәрәк. Әйтеүе генә анһат, бер ҡондоҙ ғаиләһенә ҡыш сығыу өсөн тоннанан ашыу ағас ботағы талап ителә. Ҡондоҙ көнөнә бер килограмм ағасты ашап бөтә. Ағас ҡайырыһы һәм уның аҫтындағы йомшаҡ өлөшө – уларҙың иң яратҡан аҙығы.
“Шүлгәнташ” ҡурсаулығында былтыр 33 ҡондоҙ ғаиләһе иҫәпләнгән, улар йылғаларҙа 37 плотина төҙөгән.

Раушания Ғәлина,
«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы хеҙмәткәре.

Ҡондоҙҙар уянды...

Дуҫтар булһын
Махсус бит / Письма // 4-04-2018, 08:00


Дуҫтар булһын
Ике күрше тураһында риүәйәт был. Ҡыш килгән. Ҡар күп яуған. Ғәлимйән иртә менән сыға ла ҡар көрәй, ти. Эшләп йөрөгән арала күршеһенең яғына күҙ һала. Унда – өйгә табан тап-таҡыр юл, имеш. “Ҡалай иртә тороп ҡар таҙарта был Сәлимйән күрше”, – тип аптырай ҙа, иртәгә тағы ла иртәрәк торорға ҡарар итеп, инеп китә.
Икенсе көнгә лә ҡар күп яуа. Ғәлимйән, ғәҙәттәгесә, сығып ҡар көрәй. Сәлимйәндең ҡапҡа төбөнә ҡараһа, тағы – тап-таҡыр. Өсөнсө көндә лә шул уҡ күренеш.
Ғәлимйәндең Сәлимйән менән осрашҡан бер көндө сәләмләшкәндән һуң уҡ тәүге һорауы шул була:
– Күрше, ҡара әле, мин иртә-ә менән сығып ҡар көрәйем, һинең бөтә ерең шып-шыма, юлдарың – таҡыр. Ҡасан ҡарҙан таҙартып өлгөрәһең ул?
– Юҡ, Ғәлимйән күрше, мин бер ҡасан да ҡар көрәмәйем. Дуҫтарым күп, улар килһә, урамдан йортҡа һуҡмағым үҙенән-үҙе таҡырая!
…Үәт, йәмәғәт, ҡар көрәп ыҙаланмағыҙ, дуҫтарығыҙ килер әле. Ә улар бармы?

А. АҠБУЛАТОВА.

...

Унан да яҡшы әхирәт юҡ донъяла!
Махсус бит / Письма // 20-03-2018, 13:06


Унан да яҡшы әхирәт юҡ донъяла!
Эй, бала саҡ! Иң-иң гүзәл саҡ! Кемдәрҙең генә иҫенә төшмәй ҙә, кемдәрҙең генә йәнен өҙмәй икән ул ҡолонсаҡтай үткән миҙгелдәр?!
Барыһы ла кисә генә кеүек, күҙ алдынан да китеп өлгөрмәгән...
...Күрше ҡыҙы Сәфинә кеүек кемдең яҡын дуҫы булды икән?! Юҡ, булмағандыр ул! Бер ваҡытта ла мине һатманы бит ул. Әсәйемдең шыйыҡ сыбығынан да гел ҡотҡара ине. Йылға буйына төшөп китһәк, донъябыҙҙы онотабыҙ. Һыу ҙа инәбеҙ, муйылын да ашап өлгөрәбеҙ, ҡайһы саҡта ярҙы өңөп, өй эшләйбеҙ. Төҫлө таштар йыйырға ярата инек. Итәктәребеҙгә йыя-йыя, улар ҡайһы саҡта бүҫерелеп төшә ине. Тиҙ генә Сәфинәнең өләсәһе – Шәфиғә инәйгә инеп, йүрмәп тегеп алабыҙ ҙа,тағы ла һыу буйына йүгерәбеҙ. Әсәйҙәребеҙҙе көй­ҙөрмәҫкә тырыша инек. Был аҡылды ла дуҫым әйтеүе буйынса ҡулланабыҙ инде...
– Нисек ялҡмай икән был икәү, көнө-төнө бергәләр. Йоҡларға ғына айырылышалар, – тип һуҡраныуҙарын да иҫләйем. Сөнки мәктәпкә лә бергә йөрөйбөҙ, бергә ҡайтабыҙ, өй эштәрен дә тиҙ генә башҡарабыҙ ҙа, тағы бергә уйнарға сығып китәбеҙ....

Үҙ ерендә ҡәҙерлеләр
Махсус бит / Письма // 15-02-2018, 06:00


Үҙ ерендә ҡәҙерлеләр
Лариса һәм Рәил Бикмәтовтар Сибайға ҡайтып төпләнеүҙәренә һис тә үкенмәй
Ғаилә ҡороп, үҙ аллы йәшәй башлағандар күп ҡаршылыҡтар менән осраша. Йортло булғы, уны матур йыһаздар менән тултырғы килә. Балаларҙы башҡаларҙан кәм-хур итке килмәй, сәйәхәттәр ымһындыра, машинаһы ла кәрәк. Юҡлыҡ талаштыра тигәндәй, ир менән ҡатындың саф мөхәббәте ауырлыҡтарҙан тоноҡланыуы ла бар. Шул саҡта, социализм төҙөлгән шанлы йылдарҙа йәш белгестәргә торлағы бирелгән, эше булған, тип үткәндәргә көнләшеп тә ҡуяһың.

Ә бына был йәһәттән Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында эшләүсе йәш белгестәр бәхетле. Дауахананың баш табибы Азамат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, йәштәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Тырыштарға карьера эшләү мөмкинлеге киң, тәжрибәле коллегалар кәңәшенән өҙмәй. Шулай уҡ бында йәштәрҙең бәкәлгә ныҡ һуҡҡан проблемаһы – торлаҡ мәсьәләһе уңышлы хәл ителә. “Һуңғы ете йылда, Сибай ҡалаһы хакимиәте ярҙамы менән, йәш белгестәргә ҡырҡтан ашыу торлаҡ, шул иҫәптән һигеҙ коттедж асҡысы тапшырылды”, – тине Азамат Хәйҙәрйән улы.

...

Автобуста
Махсус бит / Письма // 14-02-2018, 07:30


Автобуста
Ҡала-яны автобусы туҡталышҡа етеп килгәндә, йән-фарман йүгергән ир менән бала күренде. Трассанан ситтә ятҡан ауылдан, ахырыһы, көрт йырып туранан оло юлға саба был икәү. Битараф булмаған пассажирҙар шоферға: «Саҡ ҡына көтөп тороғоҙ инде», – тип өндәште. Водитель двигателен һүндереп үк ҡуйҙы ла, сабыр ғына креслоһына ауышты. Ирҙең балаһы бәләкәйгә оҡшаған, сама менән 4 – 5 йәш барҙыр, күтәрәм тиһәң – ауыр, йүгертәм тиһәң, яй, тигәндәй.
Ҡолаҡсын кейгән һәм гаджеттарына «инеп» киткән пассажирҙарҙан тыш, барыһы ла был икәүҙең йүгергәнен тәҙрә аша күҙәтә башланы. Бына ҡыҙыҡ, үҙҙәре йүгерә, үҙҙәре тыйыла алмай көлә. Биттәре ҡыҙарып салонға килеп инделәр – урын эҙләү, сумкаларҙы урынлаштырыу мәшәҡәттәренән арынғандан һуң, автобус, ниһайәт, ҡуҙғалып китте. Быларҙың барыһы ла малайҙың шырҡ-шырҡ көлөүе аҫтында эшләнде. Иркенләп ултырышҡас, бала: «Атай, һин бынан да нығыраҡ уф…ра алаһыңмы ул?» – тип ҡысҡырып һорамаһынмы. Ҡыҙарынған-бүртенгән ир нимә тип яуап ҡайтарырға ла белмәне. Һүҙҙе икенсегә борорға теләп, балаһына сумканан уйынсыҡ машина алып бирҙе.
Халыҡтың берәүҙәре ҡабат тәҙрәгә боролдо, икенселәре өҙөлөп ҡалған әңгәмәһен дауам итте. Хәҙер малайҙың яҡшы кәйефе барыһына ла күсте – автобуста һәр кем үҙ алдына йылмая ине.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА....

Һәр нәмә сағыштырыуҙа баҙығыраҡ күренә
Махсус бит / Письма // 22-01-2018, 07:00


Һәр нәмә сағыштырыуҙа баҙығыраҡ күренә
йәки Илле йәш – күп түгел!

Был тормошта ниндәй ҙә булһа берәй нәмә хаҡында һүҙ ҡуҙғат­һаҡ, уны, үҙебеҙгә йә башҡаларға аңлайышлыраҡ булһын өсөнмөлөр, икенсе берәй нәмә менән сағыштырыусанбыҙ. Ысынлап та, шунһыҙ күпселек осраҡта теге йәки был хәлдең, күренештең ниндәй икәнлеген тулы итеп белеп тә, тейешенсә баһалап та булмай. Шулай уҡ бер үк нәмәне төрлө кешенең төрлөсә, хатта ҡапма-ҡаршы формала ҡабул итеүе лә бар. Мәҫәлән, Чукотка кешеһе өсөн йылы булған көндөң экватор тирәһендә көн күргән африкан өсөн ифрат та һалҡын булып тойолоуы ихтимал......

Ҡыйыу уҡыусы янғындан күрше инәйҙе ҡотҡарған
Махсус бит / Письма // 15-01-2018, 10:39


Ҡыйыу уҡыусы янғындан  күрше инәйҙе ҡотҡарған
Фажиғәгә тарығандарҙы ҡотҡарғанда батырлыҡ күрһәткән ябай кешеләр арабыҙҙа бихисап. Улар сәләмәтлеген, хатта ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ярҙамға ашыға.
Алты һеңлеһен һәм ҡустыһын, яҡындарын ут эсенән алып сыҡҡан Алина Абдуллинаны, Екатерина Слегинаны яҡшы хәтерләйбеҙ. Ошондай уҡ аяныслы фажиғә күптән түгел Ишембай районының Этҡол ауылында ла була яҙҙы. Этҡол урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Ирек Үмәрбаев хатта оло кешеләр яһай алмаҫлыҡ ҙур батырлыҡ эшләй – янғында кеше ғүмерен ҡотҡара.
Был хәл былтыр 27 декабрҙә көндөҙгө сәғәт өстәр тирәһендә була. Мәктәптән ҡайтып килешләй Ирек үҙҙәренә ҡаршы йортта үҙәк өҙгөс ҡатын-ҡыҙ тауышын ишетә. Малай күрше өйҙә яңғыҙ йәшәгән инәйҙең йортонан төтөн сыҡҡанын күреп ҡала һәм уның ниндәй бәләгә тарыуын аңлай.
– Юғалып ҡалманым, уйлап торорға ваҡыт та юҡ ине, – ти Ирек. – Атайымды саҡырҙым да янған өйгә табан йүгерҙем. Ишеген ҡайырып асыуға, соланда ятҡан, күлдәктәре янып бөткән, тәне бешкән инәйҙе күрҙем. Ут балаҫҡа ла ҡабынған, иҙән дә яна башлағайны. Уны ялмап алған уттан тиҙ гена тартып сығарҙыҡ та «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡыр­ҙыҡ, – тип һөйләне ҡыйыу егет.
Инәйҙе дауаханаға алып китәләр. Уның һаулығына бөгөн бер нәмә лә янамай, имен-һау. Ә янғын газ плитаһынан сыҡҡан була, ут тоҡандырайым тигәндә, өҫ кейемен ут ялмай. Оло кеше юғалып, баҙап ҡала. Тап Иректең уяулығы ҙур фажиғәнән һаҡлап алып ҡала ла инде.
Арабыҙҙа шундай егеттәрҙең булыуы менән ғорурланмау мөмкин түгел. Ирек үҙенең был аҙымын батырлыҡ тип һанамаһа ла, бәләгә тарыған кешегә ярҙам ҡулы һуҙған малайҙың ҡыйыулығы айырым иғтибарға лайыҡ.

Наилә АБДРАХМАНОВА,
Ишембай районы Этҡол урта мәктәбе директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары.

...

Ышаныслы, талантлы әхирәтем
Махсус бит / Письма // 12-01-2018, 08:00


Ышаныслы, талантлы әхирәтем
Йылдар үткән һайын үҙемдең бала сағымды, йәшлегемде һағынам. Иҫкә алырлыҡ матур булды йәшлегебеҙ, киләсәккә матур хыялдар менән йәшәнек. Ләкин тормош тигәнең әхирәтем Әминәне лә, мине лә күп һынау алдына ҡуйҙы. Ана шул һынауҙарға бөгөлмәйенсә, бирешмәйенсә, беҙ уның менән ғүмер буйы тиерлек йәнәшә атланыҡ, аралаштыҡ. Минең сәнғәт юлын һайлауым яңылыҡ булманы, сөнки артист булыу бала саҡ хыялым ине....


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM