RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» Алһыу Ишемғолова

Алһыу Ишемғолова

Күгәрсен районының Бикес ауылы йәнтөйәгем. 1974 йылдың 10 авгусында ошо ауылдан башланды инде барыһы ла. Атайым менән әсәйемдең биш ҡыҙы араһынан иң кесеһе ул мин. Бер мәшәҡәт кисермәй, ҡағылмай-һуғылмай, ауыр эштәргә йәлеп ителмәй үҫтем. Ҡурсаҡтар менән бергә китаптар араһында үҫеп етелде, тиһәм дә була.
Атайым Зиннур Абдулла улы, әсәйем Сәйҙә Мөхәмәтйән ҡыҙы әҙәбиәт, сәнғәткә битараф булмаған, уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы кешеләр. Балаларында ла шундай һөйөү тәрбиәләгәндәр. Минең китап тотоп ултырыуға бер ниндәй сикләү булманы. Һуң, шундай шарттарҙа үҫкән кеше ниндәй һөнәр һайларға тейеш? Үҙем «әртис йә режиссер булам» тиеңкерәп хыялландым-хыялланыуға, шулай ҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына индем дә киттем. Өй тулы педагог, тип шаярталар ине беҙҙә. Әсәйем башланғыс кластарҙа уҡытып, хаҡлы ялға сыҡты, ауылда һәр икенсе кеше уның уҡыусыһы. Етмәһә, дүрт апайымдың өсәүһе – педагогтар.
Университеттан һуң мин дә мәктәптә эшләп алдым бер аҙ, тик күңел журналистикаға тартты. Бер аҙ шиғыр ҙа сыймаҡлайым үҙем. Уныһы ла атай йортонан, атайҙан күскән «мираҫ». Журналистика донъяһы тәүҙә мине Өфөлә ҡабул итмәне. Әҙерәк кенә көрһөндөм дә, ҡайттым тыуған яҡҡа яҡыныраҡ ергә - Мәләүездә «Сатурн» телекомпанияһында эшләнем. Унда баяғы, режиссер булам, тигән хыялым яртылаш тормошҡа ашты – тапшырыуҙарымды үҙем бер тәртипкә килтереп, биҙәп-төҙәп эфирға сығарҙым. Атайымдың сәмләндереүенә «түҙмәй» ошо ҡалала бәләкәс кенә ижад емешемде – шиғри йыйынтығымды ла сығарҙым әле. «Ысыҡ тамсыһылай күңелем» тип исем бирҙем.
Тик барыбер Өфө үҙенекен итте – кире мине үҙенә ымһындырҙы. «Аҙна» гәзитендә эшләп алдым. Шуныһы бар – һәр ерҙә эшемде яратып башҡарҙым, башҡарам, шөкөр, күрә лә беләләр.
Матбуғат йортоноң һигеҙенсе ҡатында урынлашҡан беҙҙең “Йәшлек” редакцияһы. Донъяға шунан да ҡараш ташлайым. Ә аҫта, өҫтәрәк һәм офоҡта – оло бер тормош. Нисек тормошто яратма ла, тағы ла алыҫыраҡ бағырға ынтылма, имеш. Ю-юҡ, булмай! “Туҡта, мәл, һин гүзәлһең!” тигән бит әле бер замандың бер бөйөгө. Уны ҡабатламай хәл юҡ. Ҡәҙерле ул беҙҙең ғүмер. Матур йәшәйек!